Давлетовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Ветерандар, гүйә, йәшел ағас…

/ Просмотров: 662
Ветерандар, гүйә, йәшел ағас…

Илебеҙгә тыныслыҡ килтергән ветерандарға 9 Май һайын оло байрам ойоштороп, хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың исемдәре ауылдарҙағы обелисктарға яҙылған. Яңауылдар былтыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәреп, төҙөкләндереү буйынса, конкурста беренсе урын алып, 50 мең һум аҡсалата премия менән бүләкләнде. Был аҡсаны улар дөйөм йыйылышта һуғыш ветерандары хөрмәтенә «Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ паркы» булдырыуға тотонорға ҡарар итә.

Алдан һөйләшелгән ваҡыт етеүгә, 15 май төнө, ҡар яуып һалды. Бындай һыуыҡта бер ниндәй ҙә ағас ултыртыу булмаҫ инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, телефон шылтыраны һәм унда «Таш яуһа ла ултыртабыҙ!» — тигән ҡәтғи тауыш яңғыраны. Шылтыратыусы Дәүләт ауыл биләмәһе депутаты Шамил Әсәҙуллин ине. Шулай ул яңауылдар, берәй нәмә эшләргә ниәт итәләр икән, таш яуһа ла уйынан кире ҡайтмаҫ.

50 мең һумға бағана, һайғау, штакетник, сөй алына һәм ауыл халҡы тиҙ арала ауыл клубы янында парк эшләп тә ҡуя. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, тигәндәй, халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа клуб эргәһенә йыйылды. Ауыл муллаһы С. М. Ус-манов һуғыш ветерандары рухына аят бағышланы.
— Һәр башланғыста дәррәү, берҙәм икәнлегегеҙ күренә, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Һеҙ ошолай ойошҡан булһағыҙ, хакимиәт яғынан да ярҙам булыр. Милли йолаларҙы хөрмәт итеп йәшәгән халыҡҡа ихлас теләктәремде еткерәм, — тине сарала ҡатнашҡан район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе У. М. Хәлисов.
— Ҡар, ямғыр яуып торған көн ағас ултыртыуға бигерәк ҡулай, Хоҙай биргән бындай көндө изге эшкә, — тиеште ололар. Иң тәүге ағасты биләмәлә берҙән-бер тере һуғыш ветераны, 92 йәшлек М. И. Шәмсетдинов ултыртты. Атай-олатайҙарын хөрмәт иткән һәр кем изге йолаға үҙ өлөшөн индерҙе. Ситтә йәшәгәндәр ҙә йәнтөйәктәрендә ойошторолған сауаплы эштән ситтә ҡалманы. Ағастарҙы Мәүлит Бикмашев үҙ техникаһында ауылдаштары Миҙәхәт Камалов һәм Шамил Әсәҙуллин менән алып килгән. Яңауылдар киләсәктә клуб алдындағы обелискты ла паркка күсереп, яңыртырға уйлай.
Яңауыл — имен ауылдарҙың береһе. Халҡы электән берҙәм, татыуҙар. Матур, заманса йорттар төҙөп, дәртләнеп йәшәй белә улар. Һуңғы йылдарҙа йәштәр ситкә йөрөп эшләһә лә, ауылда нигеҙ ҡо-роуҙы хуп күрә. 1941 йылда 27 йорт була, шуларҙан 36 ир-уҙаман һуғышҡа китеп, 16-һы ғына иҫән ҡайта. Хисмәтовтар ғаиләһенән генә 9 ир-егет һуғышҡа китеп, тик 3-әүһе тере ҡала.
Көндөң йонсоу икәнлеге лә һиҙелмәне, һәр кемдең йө-ҙөндә ҡыуаныс, шатлыҡ ине. Күңелле аралашыу менән тиҙ арала 120 төп ылыҫлы ағас үҫентеләре паркта үҙ урындарын алды. Артабан биләмә депутаты, клуб мөдире Гөлнара Хәмзина халыҡты мәҙәниәт усағына концерт ҡарарға са-ҡырҙы. «Ләйсән» фольклор төркөмө, һәләтле йырсы Раян Нафиҡов һәм уҡыусылар ҡатнашлығындағы тамашаны һәр кем ихлас алҡышланы. Әйткәндәй, Гөлнара Рәфҡәт ҡыҙы ойошторған тамашаны ҡарарға халыҡ клубҡа йыш йыйыла. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сарала ҡатнашыусыларҙы бишбармаҡ менән һыйланы.
— Теләк булғас, оло ниәтте бойомға ашырҙыҡ. Яңауылдар старостанан һәм депутаттан бик уңды. Бына Шамил Шәйхислам улының һәм бөтә халыҡ тырышлығы менән паркка нигеҙ һалдығыҙ. Ағастар шаулап үҫеп китһен, — тине биләмә башлығы И. Ә. Әлтәпов байрам һуңында.
Һуғыш ветерандары, гүйә, йәшел ҡупшыҡайҙар булып йәнтөйәгендә мәңгелек һаҡҡа баҫты…

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.